«Сәләмәтлек» милли проектын үтәү маҡсатында Башҡортостанда 400-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңыртыу талап ителә.
Федераль проектҡа ярашлы, республикала 27 медицина учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк, уларҙың төп өлөшө - күсмә, ҡалғандары стационар. Был медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Республикала һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ыңғай үҙгәрештәрҙең береһе «Сәләмәтлек поезы» булды. Ул район үҙәгенән төпкөлдә ятҡан ауылдар халҡына медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирҙе. Өлкән йәштәгеләр, ҡалала урынлашҡан дауаханаға йыш йөрөй алмаған кешеләр бик тә ҡәнәғәт алды, улар йәшәгән еренән ситкә сыҡмайынса ғына сәләмәтлек торошон тикшертә алды.