-15 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
СӘЛӘМӘТЛЕК
18 Октября 2019, 11:40

Фейхоа нисек файҙалы

Фейхоаны үҙ итһәгеҙ

Экзотик емештәр араһында фейхоаны күптәр үҙ итәлер. Ул составындағы йод күләме буйынса диңгеҙ продукттары менән ярыша ала. Бынан тыш, уны диетик аҙыҡтар исемлегенә индерергә була: калорияһы аҙ һәм унда еңел үҙләштерелә торған аҡһым-майҙар бар.
Фейхоа С, В1, В2, В3, В5, В6, РР витаминдарына, эфир майҙарына, фолий һәм алма кислотаһына, кальций, калий, фосфор, марганец, цинк, магний, тимергә бай.
Әммә, нисек кенә файҙалы булмаһын, әлеге емеште биш йәшкә тиклемге балаларға ашатырға ярамай, шәкәр диабетынан яфаланғандарға ла уны әҙләп ҡулланырға кәрәк.
Фейхоанан ҡайнатма әҙерләйбеҙ
500 грамм фейхоа, 500 грамм шәкәр ҡомо, 100 мл һыу, 1 лимон алына.
Фейхоаны йыуып, аҫҡы өлөшөн киҫеп алабыҙ ҙа телемләп турайбыҙ. Лимонды ҡабығынан таҙартып, һутын һығабыҙ. Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, шәкәр һалып иретәбеҙ, лимондың ҡабығын һәм һутын һалабыҙ. Биш минут ҡайнатҡас, уттан алабыҙ. Ҡайнар сиропҡа фейхоаны һалып болғатабыҙ һәм һыуытабыҙ. 40 минуттан массаны тағы бер ҡат ҡайнатабыҙ.
Читайте нас в