0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
18 Октябрь 2019, 16:03

Күҙҙең күреү һәләтен нисек яҡшыртып була?

Бының өсөн организмға А, С, В1, В2, В6, В12 витаминдары һәм калий кәрәк.

А – диңгеҙ ниғмәттәре, помидор, петрушка, көнбағыш, балыҡ майы, һыра сүпрәһе, аҡһымлы ризыҡтарҙа;
С – кәбеҫтә, татлы борос, помидор, цитруслы емештәр, гөлйемеш, төрлө еләктә;
В1 – ер сәтләүеге (арахис), дөгө, кукуруз, арыш икмәге, һыра сүпрәһендә;
В2 – алма, арыш икмәге, йомортҡа һарыһы, балыҡта;
В6 – һөт аҙыҡтары, йомортҡа, балыҡ, сәтләүектәр, ярмалар, ҡуҙаҡлыларҙа;
В12 – петрушка, йомортҡа һарыһы, виноград, ҡара ҡарағат, өрөк, ҡара емештә.
Калий күҙ төҙөлөшөн яҡшыртыу һәм көсөн үҫтереү өсөн кәрәк. Ул алма, банан, көнбағыш, ҡабығы менән бешкән картуф, бал составында була.
Күҙе насар күреүселәргә тәмәке, кофе, сәй, шәкәрҙе күп ҡулланырға ярамай.
Читайте нас: