+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
21 Октябрь 2019, 11:22

Өфөлә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо

Башҡортостанда «Табиптарға сик юҡ» проекты тормошҡа ашырыласаҡ.

Башҡортостанда «Табиптарға сик юҡ» проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Израилдең Хайфа ҡалаһы Хорев медицина үҙәге баш табибы Роман Барак һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Израилдең Хайфа ҡалаһы Хорев медицина үҙәге хирургия урологияһы етәксеһе, профессор Гилад Амиелдың инглиз телендәге лекцияларын студенттар йотлоғоп тыңлай. Донъяның абруйлы ғалим хирургияла робот техникаһын ҡулланыу ысулдары хаҡында бәйән итә. Ҙур экранда профессор, хирург-онколог Валентин Павлов робот ассистент ярҙамында әмәлиәт үтәгәне студенттарға күрһәтелә.
Әмәлиәт 49 йәшлек пациентҡа робот-ассистент ярҙамында үтәлде. Бәүел ҡыуығында 3 стадиялағы яман шеш арҡаһында был орган алынды һәм уның урынына нәҙек эсәктән яңыһы формалаштырылды. Әмәлиәт 3 сәғәттән ашыу дауам итте.
Республикала халыҡ яман шеште дауалау өлкәһендә бушлай медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Сир ни тиклем алданыраҡ асыҡлана, яңы технологиялар ярҙамында пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу мөмкинлеге шул тиклем юғары.
Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, профессор, онкоуролог-хирург: “Бөгөн әмәлиәт өҫтәлендәге пациенттың өсөнсө стадия яман шеш булған бәүел ҡыуығы алынасаҡ, уның урынына яңыһы формалаштырыласаҡ. Кискә ул йөрөй аласаҡ, ә иртәгә ашай башлаясаҡ, ике аҙнанан дауахананан өйөнә ҡайтарыла”.
Робот ярҙамында бәләкәй яралы әмәлиәтте үтәүсе һөнәрмәндәрҙән төрлө илдәрҙән Башҡортостанда белем алған буласаҡ хирургтар өсөн дә был дәрестәр мөһим.
Беҙгә, буласаҡ хирургтарға донъяның әйҙәүсе белгестәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәре робот ярҙамында әмәлиәт алымдарына өйрәнеү мөмкинлеген бирә.
Израилдең билдәле профессоры, Хорев медицина үҙәге етәксеһе Роман Барак медицинала бөтә табиптар ҙа бер телдә аралаша, беҙҙең төп маҡсат берлектәге проекттар менән дауалауҙа алдынғы ысулдарға таяныу, тип билдәләне.
Роман Барак, Хорев медицина үҙәге баш табибы, профессор: “Беҙ бик күп пациенттарҙы ҡараныҡ, Республика етәксеһе тарафынан һәр ауырыу балаға етди иғтибар бүленә. Һеҙҙә бөгөн донъя кимәлендәге алдынғы алымдар ҡулланыла. Киләсәк өмөтлө. Бергә хеҙмәттәшлек һаулыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе яҡшыраҡ хәл итергә ярҙам итәсәк.
Рәсәй –Израиль медицина конференцияһында Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Израилдең Хайфа ҡалаһы Хорев медицина үҙәге араһындағы хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был килешеү донъя кимәлендәге билдәле белгестәрҙән һөнәри оҫталыҡҡа өйрәнеү, лекциялар, бәхәстәр аша йәш белгестәрҙе әҙерләү мөмөмкинлеге лә бирәсәк.
Читайте нас: