Уларға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был турала бөгөн Хөкүмәт ултырышында Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Бөгөнгә 4 миллиард самаһы һумға 486 килешеү төҙөлгән.
Контракттарҙың күп өлөшө “Яман шешкә ҡаршы көрәш” проектына тура килә. “Медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” проекты байынса республикала табиптарға ҡытлыҡты бөтөрөү буйынса мониторинг алып барыла.
Һаулыҡ һаҡлау тармағын мәғлүмәтләштереүгә йәлеп ителгән федераль аҡсалар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында килә.#милли_проекттар # нацпроекты