+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
12 Ноябрь 2019, 12:55

Ниңә үксәләр менән иҙәнгә һуғырға кәрәк?

* Дөйөм организмды һауыҡтырыу һәм ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн академик Микулин ябай ғына гимнастика уйлап сығарған. Уны даими эшләргә кәңәш ителә.

* Дөйөм организмды һауыҡтырыу һәм ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн академик Микулин ябай ғына гимнастика уйлап сығарған. Уны даими эшләргә кәңәш ителә.
* Үксәләрҙә беҙҙең организмдың һәр ағзаһы менән бәйле меңәрләгән нервы күҙәнәктәре урынлашҡанға күрә, был виброгимнастика тотош организмға ыңғай тәьҫир итә.
* Эш шунда, беҙ үксәләр менән иҙәнгә һуҡҡан ваҡытта, йәйәү йөрөгәндәге, йүгергәндәге кеүек үк эффект тыуа һәм йөрәгебеҙгәҡанды организм буйлап өҫкә табан этәрергә ярҙам итә. Шуның арҡаһында йөрәк мускулдарын таушалыуҙан һаҡлай.
Бындай гимнастика түбәндәге осраҡтарҙа ярҙам итә:
* ҡан тамырҙары менән проблемалар;
* баш ауыртҡанда һәм шаулағанда;
* ҡан баҫымы менән проблемалар;
* йөрәк-ҡан тамырҙары системаһындағы проблемалар.
Күнегеүҙе эшләү өсөн туп-тура (башыңа китап ҡуйып йөрөгәндәге кеүек) баҫырға кәрәк. Үксәләрҙе иҙәндән яҡынса 5 см-ға тиклемкүтәрергә һәм үксәне бәргәндәй, яйлап йына иҙәнгә төшөрөргә тәҡдим ителә.
Был күнегеүҙе 30 тапҡыр эшләгәндән һуң 20 секунд ял итергә һәм тағы ла бер тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Үксәләрҙе иҙәнгә бәреү һөҙөмтәһендә ҡан тамырҙарында һәм күҙәнәктәрҙә вибрация барлыҡҡа килә. Ҡан һәм лимфаның йөрөшө яҡшыра.
Артыҡ тән ауырлығы менән яфаланған кешеләргә был күнегеүҙе эшләүе ауыр булғанлыҡтан, стенаға йәки ултырғыс артына тотонорға була.
Был мәҡәлә мәғлүмәт формаһында бирелә. Әлеге ысулды ҡулланыуҙан алда табип менән кәңәшләшегеҙ!
Читайте нас: