Ҡан баҫымы йыш күтәрелгән кешеләрҙең өйҙәрендә тонометрҙары бар. Әммә уны һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөп булмай. Йыш ҡына беҙгә ҡан баҫымын үлсәргә кәрәк, әммә тонометр ҡул аҫтында юҡ.
Тонометрия менән танышҡанға тиклем дә кешеләр юғары ҡан баҫымынан интеккән, уны энә һәм линейка ярҙамында үлсәргә өйрәнгән.
Быны нисек эшләп булғанды аңлатып китәбеҙ.
Тонометрһыҙ ҡан баҫымын үлсәү өсөн 20 см оҙонлоҡта еп, энә йәки йөҙөк, 20-30 см линейка кәрәк буласаҡ.
Нисек итеп ҡан баҫымын дөрөҫ үлсәргә?
Ҡулығыҙҙың терһәктән аҫҡы өлөшө һелкенмәҫлек итеп, терһәк яғы менән ҡаты урынға урынлаштырып ултырығыҙ. Линейканы бүлектәре терһәк бөгөлгән урынға ҡаратып ҡулға ҡуйығыҙ. Буш ҡулығыҙ менән энәләге ептең осон тотоп линейка өҫтөнән ҡулдың (кисть) башланған урынына килтерегеҙ. Ул һелкенеп торорға тейеш. Маятник һелкенеүҙән туҡтағанды көтөп тороғоҙ һәм яйлап ҡына терһәк яғына табан хәрәкәт иттерә башлағыҙ. Айырым бер этапта энә һелкенә башлаясаҡ, ул линейканың ҡайһы урынында һелкенә башлағанын иҫтә ҡалдырығыҙ һәм был һанды 10-ға ҡабатлағыҙ. Энәнең тәүге һелкенеүе – ҡан баҫымының түбәнге күрһәткесе, икенсеһе – юғарыһы. Ошоноң менән процедура тамам. Шулай итеп тонометр булмағанда ҡан баҫымын яҡынса белергә була.