Өйҙәрендә күптәр алой үләнен үҫтерә. Уны ашҡаҙандың сей яраһын, бөйәнде, эс ҡатыуҙы, шәкәр диабетын, үпкә шешен, асыҡ яраны, бешкән урынды, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың түлһеҙлеген дауалауҙа файҙаланалар.
Юғары ҡан баҫымында
Был ҡатмарлы сирҙән тулыһынса дауаланыу мөмкин түгел тиерлек. Әммә халыҡ медицинаһы ярҙамында хәлде еңеләйтергә була. Иртән ас ҡарынға бер балғалаҡ һыуға өс тамсы алой һуты тамыҙып эсергә. Ике ай дауанан һуң ҡан баҫымы тәртипкә килә.
Герпес
Берәр балғалаҡ алой һутын көнөнә 2-3 тапҡыр аш алдынан эсергә. Герпес сыҡҡан урынға алой үләненең һутын һөртөү кәңәш ителә.
Мейегә ҡан һауғанда (инсульт)
3/4 стакан алой һутында 5 грамм тау бәлзәме (мумие) иретелә. Дауа ас ҡарынға көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ ҡулланыла – иртән уяныу менән һәм йоҡлар алдынан. Ике аҙна дауаланғас, ике аҙнаға туҡтатып торорға. Туҡтап торған арала умартаға яғылып ҡалған балдан (прополис) әҙерләнгән төнәтмә файҙаланыла. Уны ашарға ярты сәғәт алда 20–30 тамсылап көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк. Артабан яңынан алой менән тау бәлзәменән яһалған шифа ҡулланыла. Дауаларҙы һыуытҡыста һаҡларға. Дауаланыу ике ай дауам ителә. Ошо ваҡыт арауығында мейеләге ҡан төйөрҙәре таралып бөтөргә тейеш.
Өс сатлы нервы шешкәндә
Өс сатлы нервы шешкән осраҡта бер балғалаҡҡа тулыр-тулмаҫ алой һутын ашарға ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Һаҡ булырға
Әлбиттә, алойҙың зыяны ла юҡ түгел. Тура эсәктең ҡан тамырҙары киңәйеп, ҡанһырағанда, бигерәк тә һыуыҡ йәки эҫе көндәрҙә унан дауа эсергә ҡушмайҙар. Ашҡаҙан-эсәк юлы, бөйөр, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең киҫкен сағында, аналыҡтан ҡан аҡҡанда, ирҙәрҙең енес биҙе шешкәндә, эске ағзаларҙа таш булғанда, яман шеш осрағында алойҙы файҙаланыу тыйыла. Шулай уҡ йөклө ҡатындарға һәм 40 йәште үткәндәргә был үлән менән һаҡ булыу кәңәш ителә.