Һуңғы бер нисә йыл эсендә улар тормошобоҙға ныҡлы ғына үтеп инде. Башта беҙ урам буйында ҡулына ике таяҡ тотоп, һәүетемсә атлап йөрөгән кешеләргә аптырабыраҡ ҡарай инек. Хәҙер инде был шөғөл – скандинав таяҡтары менән йөрөү ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла киң таралған ял һәм спорт төрөнә әйләнеп бара.
– Йәйәү йөрөү – һәйбәт, ә таяҡтар менән яҡшыраҡ. Уның асылы бик ябай: ғәҙәти аҙымдар менән атларға, әммә шул уҡ ваҡытта таяҡтар менән ерҙән этелергә кәрәк. Улар яҡынса ярты тән ауырлығын үҙенә алып, кәүҙәгә хәрәкәтләнергә ярҙам итә. Был мәлдә арҡа, янбаш тирәһе, яурын, ҡул мускулдарының 90 проценты әүҙем эшләй, йөрәк ҡан менән тиҙерәк тәьмин ителә. Был алым кәүҙәгә еңел хәрәкәтләнергә, уны төҙ тоторға ярҙам итә, аяҡтарға көс төшөрмәй, – ти скандинав йөрөүе менән һигеҙ йыл шөғөлләнгән, ошо спорт төрөн үҙ итеүселәрҙе берләштергән “Һинең йөрөш” клубын асҡан Зөһрә Мортазина.
Скандинав йөрөүен үҙләштереү өсөн ниндәйҙер махсус ҡулайламалар кәрәкмәй, ике таяҡ булһа – шул еткән. Улар спорт тауарҙары магазиндарында һатыла, иң арзанлыһы яҡынса 500 һум тора. Башлап ебәргәндә таяҡты түбәндәге иҫәпләүгә ярашлы алығыҙ: кәүҙә оҙонлоғон 0,66-ға ҡабатлағыҙ.