Каникулдан һуң яңы сирек башланғанда быны белеү айырыуса кәрәкле.
Майлы балыҡ һәм ыуылдырыҡ. Балыҡ омега-3-кә бай, ә был кислота мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу, иммунитетты нығытыу өсөн бик мөһим.
Һоло бутҡаһы. Ул организмдағы, шулай уҡ баш мейеһендәге ҡан әйләнешен яйға һала, В төркөмөндәге витаминдарға бай. Бөтә күҙәнәктәр өсөн кәрәкле энергия сығанағы булып тора. Балаларға ла, өлкәндәргә лә һәйбәт.
Көртмәле. Был антиоксиданттарға һәм витаминдарға бай емеш күҙгә генә түгел, мейе өсөн дә бик файҙалы. Ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, алған белемде хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итә.
Какао һәм шоколад. Был аҙыҡтарҙа хәтерҙе яҡшыртыусы магний микроэлементы бар. Иртәнсәк мәктәпкә какао эсеп китеү уҡыусыға көс өҫтәй, ҡан тамырҙарын киңәйтә, кәйефте күтәрә. Шоколадтың «әсе» тип яҙылғанын һайлағыҙ, унда какао күберәк.
Йәшел борсаҡ. Беҙ салатҡа һалырға яратҡан был ризыҡ В1 витаминына бай. Ул борсаҡта консервалағанда, туңдырғанда ла һаҡлана. Шулай уҡ хәтер, яҡшы кәйеф сығанағы.
Етен майында ла Омега-3 күп. 14 йәшкә тиклемге уҡыусыға көнөнә бер балғалаҡ етә. Өлкәнерәктәргә – бер аш ҡалағы. Иртәнсәк ас ҡарынға эсеү һәйбәт, салатҡа, бутҡаға һалһаң да ярай.
Алма. Көнөнә бер алма ашарға кәңәш ителә. Ундағы фосфор нервы системаһын нығыта, мейе эшмәкәрлеге өсөн һәйбәт, ә һуты – бына тигән антиоксидант.
Кишер организмдағы, шулай уҡ баш мейеһендәге матдәләр алмашыныуын яҡшыртып, шиғыр, текст ятлауҙы, ҙур мәғлүмәтте үҙләштереүҙе еңеләйтә икән. Ҡырғыстан үткәреп, етен майы бутап ашаһаң бигерәк тә шәп.
Бер киви тәүлеккә етерлек C витамины бирә. Антиоксидантҡа бай.