-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
20 Ғинуар 2020, 16:35

ИРТӘНГЕ АШ ЗАРАРЛЫМЫ?

Диетологтар һәм сәләмәт туҡланыу яҡлылар быға саҡлы иң мөһиме - иртәнге аш, тиҙәр ине.

Иртән мөмкин тиклем туҡлыҡлыраҡ ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Әммә Австралия диетологтарының яңы тикшеренеүе был мәсьәләне шик аҫтына ҡуйҙы.
13 этаптан торған тикшеренеү үтә ябай әммә бик һөҙөмтәле булып сыға. Һәр этапта бер төркөм кешеләр иртәнге аштан баш тарта, ә ҡайһы берҙәре, киреһенсә, мотлаҡ ашай. Һуңынан улар үҙ эштәре буйынса китә. Шул уҡ ваҡытта көнө буйына күпме ашағандарын иҫәпләргә тейеш була. Асыҡланыуынса, иртәнге ашҡа өҫтөнлөк биргәндәр тәүгеләренә ҡрағанда көн дауамында 260 калорийға күберәк ашаған. Иртән ашау йәки ашамау аппетитҡа әллә ни ҙур йоғонто яһамаған. Уның ҡарауы иртән ашамағандар тиҙерәк ябыҡҡан.
Иртән ашау йәки ашамау артыҡ ҙур әһәмиәткә эйә түгел, тип иҫәпләй белгестәр. Энергияны дөрөҫ бүлеүҙә йәки ябығыуҙа ла әллә ни айырма юҡ, тиҙәр. Барыһының да организмы бер төрлө түгел бит. Кем теләй - ашаһын, ашамаһаң да һис ниндәй ҡурҡынысы юҡлығын билдәләй.
Читайте нас: