0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
24 Ғинуар 2020, 17:00

Табип кәңәше

Түбәндә тәҡдим ителгән дарыуҙарҙың күбеһе рецептһыҙ һатыла. Ләкин был дарыуҙы үҙ белдегең менән эсергә ярай тигән һүҙ түгел. Врач менән кәңәшләшеү кәрәк.

Баш ауыртҡанда. Иң ябай саралар – анальгин, нурофен, парацетамол. Баш ауыртыуы ҡан тамырҙары ҡыҫылыуынан булһа, но-шпа йәки спазган, артерия ҡан баҫымы түбән булғанда цитрамон йәки кофеин тәҡдим ителә.
Аллергиянан. Тавегил, супрастин, зиртек һымаҡ дарыуҙар һәр өйҙә булырға тейеш.
Артыҡ ашауҙан. Панкреатин, фестал, мезим форте, креон төймәләре эсәләр. Был ферменттарҙы аҙыҡты күп ашарға тура килгәндә ризыҡ менән бергә ҡуллана алаһығыҙ.
Эс киткәндә. Смекта, активлаштырылған күмер, энтерол йәки энтеродез, бактисубтил ҡулланалар. Организмда тоҙ балансын яйға һалыу өсөн көн дауамында аҙ-аҙлап регидрон эсәләр.
Юғары ҡан баҫымынан. Һеҙ гипертоник икән, билдәләнгән дарыуҙар барҙыр. Шулай ҙа коринфар йәки клофелин алып ҡуйыу зыян итмәҫ. Улар ныҡ күтәрелеп киткән ҡан баҫымын тиҙ төшөрә һәм хәлде еңеләйтә.
Йөрәк өйәнәгенән. Йөрәк ауыртҡанда ике төрлө препарат тәҡдим ителә. Йөрәк тибеше аҡрынайһа – валидол, киреһенсә булһа, корвалол (валокордин) эсәләр.
Бронхиаль астма өйәнәгенән. Ундай дарыуҙарҙы астма менән ауырыған осраҡта булдырығыҙ. Билдәләнгән препараттарҙан тыш, ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн сальбутамол, беротек йәки вентолин файҙалы.
Ҡолаҡ ауыртҡанда. Бор һәм новокаинлы тамсы ауыртыуҙы баҫа. Һуңынан белгескә күренергә кәрәк.
Читайте нас: