+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
6 Февраль 2020, 17:50

«Ауылпиада» – беҙҙеңсә олимпия уйындары

«Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы» девизы аҫтында үткәрелде

Беҙҙең районда ауыл биләмәләре вәкилдәре араһында ҡышҡы спорт ярыштары үтте. Әйтергә кәрәк, бындай сара тәүге тапҡыр уҙғарылды
Район хакимиәте тарафынан ойошторолған, ауыл халҡы өсөн үҙенсәлекле булған олимпия уйындарында ауыл биләмәләренән 16 команда ҡатнашты.
Был сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы» девизы аҫтында үткәрелде. Уны үткәреү урыны итеп конкурстың район этабында еңеүсе тип танылған Көрмәнкәй ауылы һайланды.
Яңы форматтағы тәүге олимпия уйындарында еңеүсе исемен яулар өсөн был ҡышҡы көндә район ауылдарынан иң әүҙем һәм дәрт-дарманы ташып торған 200-гә яҡын кеше йыйылды.
Ауыл уртаһындағы спорт майҙанында ғәҙәти булмағанса йәнлелек хөкөм һөрҙө: моңло көйҙәр яңғырай, усаҡтарҙа тәмле аштар бешә, ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡайнар сәй, тәмле бәлештәр менән ҡаршы алалар, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылар йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандыра.
Сара ауыл биләмәләре вәкилдәренең тантаналы теҙелеүенән һәм таныштырыуҙан башланды.
Ярыш башланыр алдынан йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтәйәнов, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғ.Ш. Ҡотлоғәлләмов, Көрмәнкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Д.Ҡ. Дәүләтов сәләмләне. Яҡташыбыҙ, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, тәржемәсе, журналист Л.Х. Абдуллина сараның хөрмәтле ҡунағы сифатында ҡабул ителде.
Саңғы ярышы, арҡан тартышыу, буллиттар конкурсы, тюбингта уҙышыу, биатлон – ауыл командалары үҙ көсөн ошондай спорт төрҙәрендә һынаны. Көйәрмәндәрҙең дә, ҡаташыусыларҙың үҙҙәренең дә хис-тойғоларын һүҙ менән аңлатып бирерлек түгел.
«Ауылпиада»ның төп тамашасылары һәм көйәрмәндәре Иҫке Көрмәнкәй ауылында йәшәүселәр булды. Был шәмбе көнөндә улар район кимәлендә үткәрелгән ғәҙәти булмаған олимпияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләргә килгәйне.
Мауыҡтырғыс спорт уйындары өс сәғәт самаһы дауам итте. Ошо ваҡыт арауығында ауыл биләмәләре вәкилдәре үҙҙәренең физик әҙерлеген күрһәтте, ярыташтарын үтеү һәм үҙ командаһына өҫтәмә мәрәйҙәр килтереү өсөн бар тырышлығын һалды.
«Ауылпиада» менән параллель рәүештә аренала ауыл биләмәләренең йыйылма командалары араһында хоккей турниры үтте. Бында инде ысын көрәш барҙы. Хоккейҙы көн дә ҡарап булмай – көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләүҙәрен күрһәгеҙ!
Ярыштар ҡыҙыҡлы, күңелле һәм һиҙелмәйенсә үтеп китте.
«Ауылпиада» еңеүселәрен наградлау тантанаһын Л.Х. Абдуллина асты. «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында еңеү яулағандары өсөн ул Д.Ҡ. Дәүләтовҡа рәхмәт белдерҙе һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк – башҡорт телендә нәшер ителгән академик һүҙлек томдарын тапшырҙы.
Хоккей турнирында Соколовка ауыл Советы ауыл биләмәһенең йыйылма командаһына етеүселәр булманы. Икенсе урынға Раев ауыл Советы ауыл биләмәһе командаһы сыҡты. Көрмәнкәйҙәрҙең йыйылма командаһына өсөнсө урын бирелде.
Ауыл биләмәләре араһында «Ауылпиада» ҡышҡы олимпия уйындарында Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһе беренсе урын яуланы. Икенсе урында – Шестаев ауыл Ссоветы ауыл биләмәһе командаһы, суйынсылар өсөнсө урын алды. Олимпия уйындары призерҙары почет грамоталары, приздар менән наградланды.
Ҡатнашыусылар, тамашасылар, көйәрмәндәр, ойоштороусылар, ҡунаҡтар – барыһы ла сағыу тәьҫораттар, ыңғай эмоциялар, күңел күтәренкелеге алды һәм бер йылдан ҡышҡы спорт майҙансығында йәнә осрашырға килеште.
Сергей Чиков.
Читайте нас: