+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
6 Февраль 2020, 18:50

СӘС ҠОЙОЛМАҺЫН, ТИҺӘҢ...

Халыҡ медицинаһындағы рецептарға күҙ һалайыҡ.

Сәс ҡойолоу проблемаһы борон-борондан күптәр өсөн ҙур ғына проблема булып тора. Халыҡ медицинаһындағы рецептарға күҙ һалайыҡ.
Унда сәс ҡойолоуҙан ҡотолоу өсөн ни бары ике ингредиент ярҙам итә тиелгән. Әйҙәгеҙ, күҙ һалайыҡ, бәлки эшләп тә ҡарарбыҙ.

* 3 аш ҡалағы ромашкә сәскәһе
* 3 аш ҡалағы онталған лавр япрағы
* 100 мл һыу

Лавр япрағы менән ромашка сәскәһе ҡатнашмаһына ҡайнап торған һыу ҡойоп, 3 сәғәт төнәтелә. Аҙаҡ һөҙөп алып, баш тиреһенә һөртөп сығыла. Йыуып төшөрөргә кәрәкмәй. Ошо төнәтмәне аҙнаһына 2-3 тапҡыр һөртөргә кәрәк.
Был процедуранан һуң сәсегеҙ матурайып, ҡуйырып китер.

Һәр саҡ матур булып ҡалығыҙ!
Читайте нас: