+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
10 Февраль 2020, 16:45

ИММУНИТЕТТЫ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?

Кешенең иммунитет системаһы яртылаш нәҫелдән килә.

Сөнки ул әсә ҡарынында уҡ формалаша башлай, һәм 50 проценты йәшәү рәүешенән. Кешенең иммунитеты сәләмәт йоҡо, туҡланыу һәм физик көсөргәнешкә бәйле.
Иммунитетты махсус саралар ярҙамында тергеҙеү һәм нығытыу мөһим, бының өсөн өҫтәмә ысулдар күп.
Имбир
Имбир витаминдарға һәм аминокислоталарға бай: А, С, В1, В2, шулай уҡ уға магний, фосфор, тимер һәм кальций инә. Имбир бешкән һыуҙы эсергә, йә үлән сәйенә ҡушып эсергә тәҡдим ителә.
Ҡыҙыҡлы факттар:
- ауырлы ҡатындарҙың токсикоз ваҡытында, диңгеҙ ауырыуҙарынан имбир сәйен эсеү тәҡдим ителә, сөнки ул күңел болғаныуҙы, баш әйләнеүҙе туҡтата, көс бирә. Һалҡын тейеп йыш ауырыған, киҙеү һәм күп физик көсөргәнеш кисергән кешеләргә иммунитетҡа иғтибар бирергә кәрәк.
Имбир менән рецептар:
- Имбир, гөлйемеш, йүкә сәскәһен төнәтеп ҡайнар килеш эсергә, һыуыҡ тейгәндә һәм юғары температура ваҡытында ярҙам итә;
- ҡара сәй, ике төп имбир, ике япраҡ бөтнөгө (мята), ярты таяҡса дәрсен (корица) ҡандағы шәкәрҙе нормалләштерә.
Мүк еләге
Мүк еләге (клюква) - иң файҙалы һәм һирәк еләк-емештәрҙең береһе. Ул С, K, PP витаминындарына бай һәм В төркөмө аминокислота, антиоксиданттарға бай Төньяҡ еләге вирустарға ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә. Еләк тәбиғи антибиотиктар булғанға, ул термик эшкәртеүһеҙ ҙә оҙаҡ ваҡыт боҙолмай. Еләкте сей көйө ашарға була, шулай уҡ һут, ҡайнатма, джем кеүек ҡулланырға мөмкин.
Ҡыҙыҡлы факттар:
Мүк еләге һыуыҡтар төшкәс йыйыла;
Мүк һуты бәүел юлдары инфекцияларынан һаҡлай.
Мүк еләге менән бал морсы:
Мүк еләге - 0,5 литр; бал - 4 аш ҡалағы, һыу - 2 литр.
Мүк еләген блендер менән ваҡлап, тишекле сүмес аша кәстрүлгә бушатырға һәм һыу, йылы бал һалып бутарға.
Шуға күрә, һаулыҡты һаҡлау һәм иммунитетты нығытыу барыһына ла мөһим, бигерәк тә яҙ, сөнки был ваҡытта организм ярҙамға мохтаж.
Иң мөһиме, үҙегеҙ өсөн үҙ һаулығыңды һәм организмдың иммунитетын нығытыу - ул сәләмәт йәшәү рәүешен ғәҙәткә индереү.
Читайте нас: