0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
14 Февраль 2020, 13:20

Февралдә ауырырға ярамай!

Халыҡ һынамыштары буйынса, февраль – иң ауыр һәм ҡатмарлы айҙарҙың береһе.

Февралдең энергетикаһы күп һынауҙар һәм ауырлыҡтар вәғәҙә итә, тип ышана эзотериктар.
Әгәр февралдә ауырыһаң, сәләмәтлек йыл буйына ҡаҡшаған булырға мөмкин, имеш. Шуға был айҙа сәләмәтлеккә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Эзотериктар уйҙарығыҙға иғтибар итергә ҡуша. Февралдең энергетикаһы шулҡәҙәр көслө, баштағы даими негатив уйҙар ауырыуға һабыштырырға мөмкин икән. Шуға күрә белгестәр негатив уйҙарға юл ҡуймаҫҡа, даими ял ойоштороп йәшәргә кәңәш итә.
Килеп тыуған ауырлыҡ-ҡаршылыҡтарҙы йылмайып ҡаршы алығыҙ һәм уларҙың буласаҡ уңышҡа юл һалыуына ышанығыҙ.
Читайте нас: