+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
17 Февраль 2020, 12:55

Ынйы кеүек булһын тештәрең

Бөгөн стоматология хеҙмәттәре тештәрҙе ағартыуҙың төрлө заманса ысулдарын тәҡдим итә.

Әммә бының өсөн арыу уҡ ҡына аҡса сығарып һалырға кәрәк. Теште ябай ғына ҡатнашмалар ярҙамында өй шарттарында ла ағартырға мөмкин. Бына шундай бер үҙенсәлекле рецепт.
Бер сәй ҡалағы кокос майына (аҙыҡ-түлек магазиндарында һатыла) бер семтем куркума һәм ярты таблетка активлаштырылған күмер өҫтәп, яҡшылап иҙергә. Ошо ҡатнашма менән тештәрегеҙҙе таҙалағыҙ. Һөҙөмтә беренсе ҡулланыуҙан уҡ күренер.
Читайте нас: