Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Нагаев Илгиз Әмир улы Башҡортостанда танылған кардиохирургтарҙың береһе булды. Тиҫтә йылдан ашыу Республика кардиоүҙәгендә баш врач урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса тәүге операцияны тап ул яһай. Ҡан тамырҙарын дауалау буйынса яңы ысулдар эҙләүҙә ҡатнаша, йөҙәрләгән ғүмерҙе ҡотҡарып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 54 йәшендә генә яҡты донъянан китә.