* 2 аш ҡалағы кипкән ҡарағатҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойола. Һүрән генә утта 10 минут ҡайнатҡандан һуң 1 сәғәт төнәтелә. 1/4 стакан төнәтмәне көнөнә 4 тапҡыр эсегеҙ.
* 100 гр йөҙөмдө иҙеп, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойола. Һүрән утта 10 минут ҡайнатҡандан һуң марля аша һөҙөп, һығып алына.
1-2 аш ҡалағы һутты көнөнә 2 тапҡыр ҡабул итегеҙ.
* 1 аш ҡалағы бал 1 стакан минераль һыуҙа иҙелә, унда йәнә ярты лимондың һуты һығыла.
Һәр иртәлә был "тәмлекәсте" сәй йә ҡәһеүә урынына эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!