+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
19 Март 2020, 18:40

Иммунитетты көсәйтеүсе үләндәр

Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар.

Уларҙы ваҡ итеп турап (1-2 аш ҡалағы), 1 стакан һыуҙа ҡайнатып, 2 сәғәт тирәһе төнәткәс, көн буйына 1-2 йотом эсергә кәрәк.
1 сәй ҡалағы ромашка һәм йүкә сәскәһен, гөлйемеште 1 стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланыға кәрәк. 2 аш ҡалағы киптерелгән емештәрҙе ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алырға. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы. Бал өҫтәргә лә мөмкин.
Бал тигәндәй, иртәнге аш алдынан уны мотлаҡ рәүештә бер сәй ҡалағы ашарға кәрәк. Сөнки балда бик күп витаминдар тупланған. Иртән ҡулланыуҙың яҡшы яғы шунда: ял иткән тән витаминдарҙы бик тиҙ үҙләштереүсән. Сәләмәт булығыҙ.
Читайте нас: