Был көндө үткәреүҙең маҡсаты – халыҡҡа туберкулез ауырыуы тураһында күберәк мәғлүмәт еткереү, киҫәтеү сараларын аңлатыу. Туберкулез – йоғошло ауырыу. Уның микробтары сирле кеше һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә төкөрөк менән һауаға сыға, һәм шул уҡ һауаны һулаусы сәләмәт кеше организмына үтеп инеүе ихтимал.
Туберкулездың асыҡ формаһы менән ауырыусы микробтарҙы тирә-яҡҡа күпләп тарата. Микробтар зарарланған һауа, һыу, көнкүреш кәрәк яраҡтары аша сәләмәт кеше организмына үтеп инә. Сир таратыусы кеше үҙенең ауырыу икәнен белмәҫкә лә мөмкин, сөнки башланғыс осорҙа туберкулез ғәҙәттәге һалҡын тейеү кеүек бара. Бер нисә ай үтеүгә, ауырыуҙың хәле кинәт кенә насарлана.
Көнкүреш шарттарының насар булыуы, насар туҡланыу, эскеселек, тәмәке тартыу, йыш һалҡын тейеү әлеге ауырыу килеп сығыу өсөн уңай мөхит тыуҙырыусы сәбәптәр булып тора.