+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
10 Апрель 2020, 13:00

Карантинда ваҡытты файҙа менән үткәреп була

«Бөйөк Еңеүҙе данлап» тигән хәрби-патриотик йыр интернет-фестивален иғлан итте

Ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың мәҙәниәт учреждениелары белгестәре карантинда ваҡытты файҙа менән үткәрергә кәрәк һәм үткәреп була тип иҫәпләй.
Халыҡтың мәҙәни тормошон байытыу өсөн улар өй шарттарында ижади номерҙарҙың, вокал, хореография һәм ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәренең яҙмаларын әҙерләгән. Уларҙы ВКонтакте социаль селтәрендә «Дәүләкәндә мәҙәниәт һәм сәнғәт» төркөмөндә ҡарарға була. Шулай уҡ халыҡты үҙаллы изоляция ваҡытында дәртләндереү маҡсатында районда #сидимдомадавлеканово, #оставайсядомадавлеканово «Беҙҙең өйҙәге ижад» интернет-конкурсы иғлан ителде.
Конкурс шарттары буйынса 25 апрелгә тиклем ғаилә ағзаларының йырлауы, бейеүе, музыка ҡоралдарында уйнауы, шиғыр һөйләүе һәм оригиналь жанрҙа сығыш яһауы (цирк номерҙары, клоунада, акробатика, фокустар һәм башҡалар) төшөрөлгән яҙмаларҙы ҡуйырға кәрәк. Райондың һәм ҡаланың ижади кешеләре ғаиләләре менән төп ҡағиҙә - үҙаллы изоляция шарттарын боҙмайынса ваҡыттарын нисек үткәреүе тураһында фотоһүрәттәр һәм видеолар ебәрә башланы ла инде.
Шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге «Бөйөк Еңеүҙе данлап» тигән хәрби-патриотик йыр интернет-фестивален иғлан итте. Унда районыбыҙҙан теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Хәрби йылдар йырын башҡарып, уны видеоға төшөрөргә һәм ВКонтакте социаль селтәрендә ҡуйырға кәрәк. Тик #сидимдомадавлеканово, #оставайсядомадавлеканово билдәләрен ҡуйырға онотмағыҙ.
Китапханалар ҙа үҙаллы изоляцияла ултырған уҡыусыларының ял минуттарын төрлөләндерергә тырыша. Улар интернет селтәрендә бер нисә ҡыҙыҡлы сара, мәҫәлән, яҙыусыларҙың 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын һәм батырлығын сағылдырған әҫәрҙәре буйынса «Китап биттәре һуғыш хаҡында һөйләй» тигән видеороликтар (буктрейлерҙар) район конкурсы, «Уҡырға. Онотмаҫҡа. Ҡәҙерләргә» тигән виртуаль викторина һәм башҡа бик күп акциялар тәҡдим итте. Улар менән районыбыҙ китапханаларының интернет селтәрҙәрҙәге биттәрендә таныша алаһығыҙ.
Бөтә был саралар ҡалабыҙ һәм районыбыҙ халҡын өйҙә ҡалырға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә һәм үҙаллы изоляцияла ғаилә ағзалары менән бергәләп ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә өндәй.
Читайте нас: