Кемдер ҡайындар араһында, икенселәр йылға яры буйлап йөрөргә ярата. Ғөмүмән, тәбиғәт әҙәм балаһына һәр саҡ көс бирә, илһамландыра, күңелде тынысландыра.
Ҡарағайҙар кеше организмына айырыуса ял бирә икән. Мәңге йәшел ағастар тын алышын иркенәйтә, күңелһеҙ уйҙарҙан арындыра. Йәйге томра эҫелә ҡарағай урманына инһәң, көс-ҡеүәт өҫтәлә, уларҙың еҫе генә лә ни тора!
Ҡарағайҙар улар һәр саҡ мәғрур. Был ағастар тәнгә сихәт биреүҙән тыш һоҡланыу уята, гүзәллеккә хайран иттерә.