+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
18 Апрель 2020, 12:10

Бәпембә - Башҡортостанда киң таралған үҫемлектәрҙең береһе.

Ул бигерәк тә кеше йәшәгән урындарҙы үҙ итә.

Беҙҙең илдә бәпембәнең 200-ҙән ашыу төрө үҫә. Орлоҡтары ел тарафынан һәм башҡа юлдар менән таралып китеү арҡаһында, ул тиҙ генә күпләп үҫеп китә.
Көнбайыш Европа илдәрендә: Францияла, Швейцарияла, Бельгияла, шулай уҡ Һиндостанда, АҠШ-та айырым плантацияларға сәсеп үҫтерәләр. Ул витаминдарға бай булған төрлө аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланыла.
Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры систе-маһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған тирене, урында ятҡан ауырыуҙарҙы тән боҙолоуынан дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына шифалы тәьҫир итә. Был үҫемлек көс биреүгә лә эйә, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, көсөргәнешле борсолғанда һәм хроник арығанлыҡ билдәләрендә уны файҙаланыу тәҡдим ителә.
Бәпембә сәскәһе төнәтмәһе эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡта һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизм булғанда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, һөйәктәрҙең ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын саф килеш йәки кишер һуты менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә.
Бәпембә үләненән рецептар

Аяҡ ауыртҡанда бәпембә төнәтмәһе. Ҡарараҡ төҫтәге ярты литрлыҡ һауытты бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, 2-3 флакон одеколон бушатабыҙ һәм 2-3 аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ.

Аҙ ҡанлылыҡты дауалау. 3 аш ҡалағы бәпембә сәскәһен һәм 3 аш ҡалағы кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға, 2 аш ҡалағы кесерткән һәм 1 аш ҡалағы әрем өҫтәргә, 1 литр ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмәне көнөнә 6 тапҡыр 50-шәр мл эсергә.

Эс ҡатҡанда һәм күпкәндә. 1 аш ҡалағы бәпембә сәскәһенә бер стакан һыу һалып 15 минут талғын утта ҡайнатырға. Ярты сәғәт төнәтергә. Берәр ҡалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.

Сәстәрҙе тәрбиәләү сараһы. 1 аш ҡалағы яңы ғына йыйылып, туралған бәпембә япраҡтарына 200 мл ҡайнар һыу өҫтәргә. Был бешерелгән һыуҙы баштың тиреһенә ышҡырға һәм тотош сәскә һөртөргә. Башты таҫтамал менән урарға һәм 30 минут көтөргә. Һуңынан башты йыуырға. Бындай маска сәс тамырҙарын нығыта.

Бәпембә һутын нисек итеп эшләргә һәм һаҡларға. Бының өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары, сәскәләре менән ит турағыс аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар һәм стерилләнгән банкаларға бушаталар.

Һипкелдән төнәтмә. Бәпембәнең ағартыу үҙенсәлектәре тураһында. Бер ус сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу һалырға төнәтмә һыуынғас, ҡулланырға мөмкин. Мамыҡ тампон ярҙамында һипкелдәр күберәк булған урындарҙы иртән һәм кис һөртөргә. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ шаҡмаҡтары итеп туңдырып, иртән битте таҙартыу бик тә уңайлы. Һипкелдәрҙе бөтөрә һәм бит тиреһен сафландыра.

Шифалы сәй. Ғәҙәттә бәпембә сәскә ата башлағанда ер өҫтөндәге өлөшөнөң ҡоро йәш үҫемлеген ҡулланалар (япрағы һәм сәскә бөрөһө). Шуның бер ҡалағын бер стакан ҡайнар һыуҙа бер сәғәт төнәтәләр, фильтр аша үткәрәләр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашағанға тиклем 20-25-шәр мл эсәләр.

Франкфурт йәшел салаты. Ике ус йәшелсә (бәпембә, кесерткән, бөтнөк, ҡыяр үләне, ҡуҙғалаҡ, укроп, петрушка, йәшел һуған йәки үҙегеҙә оҡшаған тәмләткес), ваҡ туралған йомортҡа һәм һуған башы өҫтәргә. Тәмләткес: 1 аш ҡалағы әсегән һөт, борос һәм тәменә ҡарап тоҙ.

Шифалы ҡайнатма йәиһә бәпембәнән бал. 200 бәпембә сәскәһен йыябыҙ, 1 лимонды ваҡ итеп турайбыҙ, бер литр һыу өҫтәйбеҙ һәм 6-7 сәғәт төнәтәбеҙ. Һарҡытабыҙ, һығып сығарабыҙ, төнәтмәгә 1 кг шәкәр ҡомо ҡушабыҙ һәм уртаса утта сәғәт ярым ҡайнатабыҙ. Бындай ҡайнатма тәме буйынса балды хәтерләтәсәк. Ул бауыр ауырыуҙарында, хатта цирроз булғанда бик файҙалы.
Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең сәләмәтлеге торошона ҡарап, кире эҙемтәләр булыуы ла мөмкин. Ҡулланыр алдынан белгес менән кәңәшләшегеҙ.
Читайте нас: