Киви емешендә витаминдар оҙаҡ һаҡлана. Уның ҡайнатмаһы ла файҙалы сифаттарын юғалтмай. Бик тәмле лә, файҙалы ла булған киви ҡайнатмаһын әҙерләү ҙә еңел.
Бының өсөн 5 киви, 1 банан, 1 сәй ҡалағы желатин, 220 грамм шәкәр ҡомо, ярты лимон һуты кәрәк буласаҡ.
Кивиҙы һәм бананды ваҡ ҡына турайбыҙ, яҡшылап бутап, ағас ҡашыҡ менән иҙәбеҙ. Иҙмәгә шәкәр ҡомо, желатин һәм лимон һуты өҫтәп, 5-7 минут талғын утта ҡайнатып алабыҙ. Ҡуйы һәм хуш еҫле ҡайнатма әҙер.
Яҙ көндәрендә, организмға витамин етмәгән ваҡытта, был ҡайнатма айырыуса файҙалы буласаҡ.