+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
8 Май 2020, 15:15

Йәнә ике борт менән яҡташтарыбыҙ ҡайтты

Кисә 7 майҙа “Өфө” аэропорты Саха (Яҡут) республикаһынан ҡайтҡан сираттағы вахтасыларҙы ҡаршыланы.

Яҡташтарыбыҙҙы тыуған еренә “Ямал” авиакомпанияһының ике самолеты ҡайтарҙы.
Тәүге SYL-9232 “Талаҡан-Өфө” рейсы 133 пассажирҙы күсерҙе. Икенсе - Мирный ҡасабаһынан осҡан SYL-9243 рейсы 160 кешене алып ҡайтты.
Борттар ергә килеп ултырыу менән пассажирҙарҙы Роспотребнадзор идаралығы белгестәре ҡаршыланы. Уларҙың тән температуралары тикшерелде. Аҙаҡ вахтасыларҙы автобустарға ултыртып обсерваторҙарға оҙаттылар.
Яҡташтарыбыҙ самолеттан сығыу менән “Республика дезинфекция үҙәге” вәкилдәре борттарҙы дезинфекциялау эштәрен башҡарҙы.

Фото: Валерий Трофимов.

Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Y-n-ike-bort-men-n-ya-tashtaribi--aytti-257266/
Читайте нас: