Яҡынса 300 дана бәпембә сәскәһен йыябыҙ һәм яҡшылап йыуабыҙ. Артабан иттартҡыстан ике лимон үткәрәбеҙ.
Тәрән һауытҡа 1 литр 200 грамм һыу, лимон һәм сәскәләрҙе һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ун минут тотабыҙ һәм бер тәүлек төнәтәбеҙ.
Икенсе көнөнә сәскәләрҙән һөҙөп алынған һутҡа 2,5 килограмм шәкәр ҡомо һалып, 1,5 сәғәт ҡайнатып алабыҙ. Һыуынғас, банкаларға һалабыҙ. Әмма ул унда оҙаҡ һаҡланыр тип өмөтләнмәгеҙ - тәмле һәм танһыҡ бал һалынған һауыт төбөнә тиҙ төшөп етәсәкһегеҙ. Эшләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.