+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
12 Май 2020, 01:40

Радий Хәбиров изоляция режимын бөтөрөү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Халыҡҡа ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, doroga02 сайты үҙ эшен туҡтата, парктар һәм скверҙар асыла, ләкин санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.

65 йәштәгеләр һәм унан өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәрҙән яфаланыусылар өсөн киске сәғәт 6-нан иртәнге 6-ға тиклем урамға сығыу тыйыла;
Уҡыусыларға киске сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем урамда йөрөргә ярамай;
Йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән магазиндарҙа, банктарҙа, күп функциялы үҙәктәрҙә, йәмәғәт транспортында битлек режимын мотлаҡ үтәүгә контроль көсәйтелә.
Кинотеатрҙар, бассейндар, фитнес-клубтар, музейҙар һәм кеше күп йыйылған, сир йоҡтороу хәүефе юғары булған башҡа предприятиелар эшләмәй.
Элек ябыҡ торған башҡа предприятиеларҙың, мәҫәлән, кейем-һалым магазиндарының, бөтә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлгән осраҡта эшләй башлауы ихтимал.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «битлектәр оҙаҡ ваҡыт мотлаҡ атрибут булып ҡалыр», Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа битлек режимын үтәүгә контроль көсәйтелер.
https://vk.com/bashkortostanim
Читайте нас: