+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
12 Май 2020, 00:55

Сираттағы 140 кеше ҡайтты

Башҡортостанға Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан вахтасыларҙы алып ҡайтыу дауам итә. Уларҙың күпселеге тыуған яғында.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был ятҡылыҡта коронавирус инфекцияһы усағы барлыҡҡа килде, һөҙөмтәлә эшселәр күпләп сир йоҡторҙо. Башҡортостан етәкселеге үҙ кешеләрен беренселәрҙән булып алып ҡайта башланы.

Бөгөн Өфө аэропортына сираттағы 140 кеше ҡайтты. Был рейсты “Якутия” авиакомпанияһы башҡарҙы.

Борт ергә килеп ултырыу менән самолет эсенә табиптар һәм аэропорт вәкилдәре күтәрелде. Пассажирҙарҙың температураһын үлсәнеләр, аҙаҡ трап янында уҡ көтөп торған автобустарға ултыртып обсерваторҙарға ебәрҙеләр. 60 кеше “Танып” шифаханаһына, 80 кеше “Родник здоровья” профилакторийына оҙатылды.

Рейсты хеҙмәтләндергәндәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәне, улар шәхси яҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Пассажирҙарҙың багажы һәм самолет дезинфекцияланды. Был эште Республиканың дезинфекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре башҡарҙы.

Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Siratta-i-140-keshe-aytti-262777/
Читайте нас: