Ыумаслы балтырған ашы
1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Ябай ғына рецепт әҙер.