+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
31 Май 2020, 12:10

Тәмәкеһеҙ бер көн.

Йыл һайын тәмәкегә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә арналған ике дата билдәләнә: 31 майҙа һәм ноябрҙең өсөнсө кесе йомаһында.

Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө Халыҡ-ара онкологтар йәмғиәте башланғысы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ярҙамы менән билдәләнә.

Бер тамсы никотин атты ла үлтерә тигән фекер йәшәй. Ҡайһы бер ғалимдар хатта бер атты ғына түгел, өсәүҙе йығырға мөмкин тип иҫәпләй. Кеше өсөн 50-100 миллиграмм - үлемесле доза. Көнөнә 20-25 тәмәке тартҡан кеше 30 йылда үҙенең үпкәһе аша 150-160 килограмм никотин үткәрә һәм бик аҙ дозала ҡабул иткәне өсөн генә үлмәй ҡала.

Тәмәке төтөнө күп ауырыуға сәбәпсе икәнлеге күптән асыҡланған. Үпкә яман шеше тәмәке тартҡандарҙа 20 тапҡырға йышыраҡ осрай. Шулай уҡ тәмәкеселәр тартмағандарға ҡарағанда стенокардия, ашҡаҙан ауырыуҙарынан йышыраҡ яфалана.

Тәмәкеселәрҙең 90 процентын йәштән үк тарта башлағандар тәшкил итә. Америка ғалимдары асыҡлауынса, тап йәштән тарта башлағандар артабан тәмәкене ташлай алмай ыҙалана. Күптәр ташлауы еңел, тип уйлап яңылыша. Никотинға бәйлелектән бик һирәктәр генә арына ала.

Тәмәкегә ҡаршы көрәш бөтә донъяла алып барыла. 140 илдә тәмәке тартыуҙы сикләгән ҡанундар ҡабул ителгән. Ҡайһы бер илдәрҙә тәмәке тартмаған тотош кварталдар барлыҡҡа килде. Тәмәке тартҡандарҙы эшкә алмаған фирмалары булған илдәр ҙә бар.

Читайте нас: