Улар йөрөй алмаған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Уның бейеклеген үҙгәртергә була, ауырыуға тотоноп торор өсөн махсус ҡулайлама ҡаралған, шулай уҡ был карауаттан коляскаға күсереүе лә еңелерәк. Уңайлы карауаттар медицина хеҙмәткәрҙәренә лә дауалауҙы еңелләштерә. Мәҫәлән, ғәҙәти карауаттар укол һалыу, система ҡуйыу яйһыҙыраҡ, заманса карауаттар иһә тейешле бейеклеккә күтәрелә, төшөрөлә, бик яйлы.