Төбәк Башлығы ҡарарына ярашлы, республикала 65 йәштән өлкән кешеләргә үҙаллы изоляция дауам итә. Йәмәғәт урындарына барыу тыйылғанлыҡтан, уларға көнкүрештә тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек илтеп бирелә. Хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмайҙар, әлбиттә, һәр кемдә - битлек, бирсәткәләр.