-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
19 Июнь 2020, 13:50

Ауылдаштарын ҡайғырта

Хеҙмәт юлын 1977 йылда Хөсәйен ауылында башлай

Светлана Николаевна Данилова яҙмышын медицина менән бәйләгәндән алып, һайлаған һөнәренә 43 йыл тоғро ҡала. Хеҙмәт юлын 1977 йылда Хөсәйен ауылында башлай. Медицина училищеһын тамамлаған ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса ошонда эшкә тәғәйенләйҙәр.
- Тәүҙә ауырыраҡ булды әлбиттә, - тип иҫләй ул. - Йәшмен, тәжрибәм юҡ. Етмәһә, башҡортса бер һүҙ белмәйем, был да күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Берни тиклем ваҡыт үткәндән һуң өйрәнеп киттем, ауылда йәшәүселәр менән таныштым, яйлап телде лә аңлай башланым.
Светлана Николаевна әйтеүенсә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләү осоронда ҙур тәжрибә туплай. Балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы һәм социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Һәр ерҙә үҙе тураһында тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Медицина хеҙмәткәренә етди осраҡтар менән осрашырға тура килә: өйҙә бала тыуҙыра, йөрәк сирлеләргә беренсе медицина ярҙамы ла күрһәтә, йәшәү менән үлем араһында булған кешенең көслө ҡан ағыуын туҡтата һәм башҡалар.
С. Данилова 2005 йылдан алып, Вперед һәм Дружба ауылдарында фельдшер булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта уның ҡарамағында 1300 кеше, уларҙың 11-е бер йәшкә тиклемге балалар, дүрт ауырлы ҡатын. Уның эш көнө кисектерергә ярамаған күп төрлө бурыстарҙан тора. Көн һайын ҡабул итеүгә тиҫтәләгән кеше килә. Кемдер прививка яһата, икенселәр врач ҡушыуы буйынса инъекция, консультация алырға килә. Тағы ла яңы тыуған сабыйҙарҙы күҙәтеүҙә тоторға, диспансеризацияға йүнәлтмә бирергә, ауырыуҙарҙы ҡарарға, саҡырыу буйынса йортҡа барырға һәм башҡа бик күп эштәр. Һөнәре иғтибарлыҡ һәм яуаплылыҡ ҡына түгел, терапия, педиатрия, травмотология һәм психологик белем дә талап итә. Йылдың-йылы ул тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында, һауа торошона ҡарамай, бөтә йорт эштәрен һәм үҙ мәшәҡәттәрен ҡалдырып, ауырыуҙар янына ашыға. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки ауылдаштары уның ярҙамын көтә һәм ваҡытында килеп етеренә ышана. Оҙаҡ йылдар буйына уға ире ярҙам итә.
Эштән бушаған арала Светлана Николаевна баҡса эштәре менән шөғөлләнергә ярата, ул үҫтергән сәскәләр хуш еҫтәрен бөркә.
Илһөйәр Кәримова.
Читайте нас: