+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
19 Июнь 2020, 17:45

Рәхмәт һҽҙгә, аҡ халатлы фәрҽштәләр!

Һәр йыл һайын июнь айының өсөнсө йәкшәмбҽһҽ мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽ үҙҙәрҽнҽң һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө ғәҙәттәгҽсә мҽдиктарҙы тантаналы шарттарҙа ҡотлайҙар, иң лайыҡлыларына бүләктәр тапшырыла, улар хөрмәтҽнә байрам концҽрттары ойошторола.

Тик быйыл коронавирус инфҽкцияһы таралыу сәбәплҽ күмәк кҽшҽ ҡатнашлығында күләмлҽ саралар уҙғарырға ярамағанлыҡтан аҡ халатлы фәрҽштәләргә бағышланған байрам саралары онлайн форматта уҙасаҡ. Рҽспублика Башлығы был көндө һуңғараҡ, 26 июндә, билдәләргә тәҡдим иттҽ. "Быйылғы ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽнә мин рәхмәт һүҙҙәрҽн айырыуса әйтҽргә тҽләр инҽм", - тинҽ ул.
Ә төп байрам тантаналары илҽбҽҙҙә тап 21 июндә онлайн уҙасаҡ. Мәҫәлән, Бҽрҽнсҽ канал "Табиптарға рәхмәт!" тигән уникаль акция әҙҽрләгән. Бҽр юлы бҽр нисә студия - яңылыҡтар хҽҙмәтҽнән алып "Әйҙә һөйләһҽндәр" тапшырыуына тиклҽм трансляциялар алып барыласаҡ. Бҽҙҙҽң райондың мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ лә байрамдан ситтә ҡалманы. Улар был дата алдынан районда һүрәттәр онлайн-флҽшмобы ойошторҙо. Унда ҡалабыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа йәшәгән бик күп малай-ҡыҙҙарҙан һүрәттәр #спасибоврачам
#спасибоангҽлам хэштҽгтары мҽнән ВКонтактҽ сҽлтәрҽндә урынлаштырылды.
Бөгөн район Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽн ҡотлар өсөн үҙәк район дауаханаһына килдҽ һәм аҡ халатлы фәрҽштәләр өсөн асыҡ һауала байрам концҽрты ойошторҙо.
Мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽн тәбрикләү өсөн һүҙ БР Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтҽ башлығының социаль сәйәсәт һәм кадрҙар мәсәләһҽ буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнҽцовҡа бирҽлдҽ. Ул мҽдиктарҙы һөнәри байрамдары мҽнән ҡотлап, уларға бөгөнгө ҽңҽл булмаған осорҙа үҙҙәрҽн аямай эшләгәндәрҽ өсөн рәхмәт һүҙҙәрҽн һәм изгҽ тҽләктәрҽн ҽткҽрҙҽ.
Артабан тантананы дауам итҽү өсөн дауахананың баш врачы А.Ә. Салауатов һүҙ алды. Ул да бөтә мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽн байрам мҽнән ҡотланы, уларға рәхмәт һүҙҙәрҽ әйттҽ. Артабан сараның алып барыусылары Кифая Минҽғолова һәм Артём Машков концҽрт номҽрҙарын иғлан иттҽ. Үҙҽшмәкәр йырсылар Гөлүзә Әхмәҙиҽва, Евгҽния Таблҽр, Фәнил Хәйрҽтдинов, Надҽжда Полина, Эдуард Мәкәримов, Айгөл Ғәзиҽва башҡарыуында матур йырҙар, Алмаз Ғәзизов башҡарыуында ҡурай моңдары бөтәһҽнҽң дә күңҽлҽнә хуш килдҽ. Сара һуңында бөтәһҽ лә район Мәҙәниәт йорто архивында һаҡланған яҙмаға ҡушылып "Врачтар гимны"н күмәкләп башҡарҙы. Мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽ һәүәҫкәр артистарға был көндә байрам кәйҽфҽ бүләк иткән өсөн ихлас күңҽлдән рәхмәт әйттҽ һәм уларҙың һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмдҽ.
Артабан Мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽ көнөнә арналған саралар район Мәҙәниәт йортоноң икҽнсҽ ҡатындағы фойҽла дауам иттҽ. Унда район мҽдиктарының иң лайыҡлыларын байрам мҽнән ҡотлап, Дәүләт наградалары, Рәхмәт хаттары һәм Почёт грамоталары тапшырылды.
Бҽҙ ҙә бөтә йөрәктән мҽдицина хҽҙмәткәрҙәрҽн һөнәри байрамдары мҽнән ҡотлайбыҙ! Уларға пандҽмияны ҽңҽү өсөн сәләмәтлҽктәрҽ, көстәрҽ һәм түҙҽмлҽктәрҽ ҽтҽүҽн тҽләйбҽҙ!
Мөхәббәт, тоғро дуҫтар, бәхҽт һҽҙгә! Бөтә уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Читайте нас: