+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
21 Июнь 2020, 11:10

Инфекция менән көрәштә алғы һыҙыҡта

Дауалаусы врач – Диана Әхмәҙишина

Бөтә донъяны солғап алған коронавирус эпидемияһы күптәрҙең тормошон үҙгәртте. Үҙаллы ҡурсаланыуҙа булғандар өсөн ул кризис осорон кисереүҙә ҙур тәжрибә тупларға, һөнәри оҫталыҡтарын баһаларға булышлыҡ итте. Эшен дауам иткәндәр өсөн үҙеңде сыҙамлыҡҡа һынау осоро булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыттағыса сафта ҡалды. Тап улар үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ватандаштары сәләмәтлеге һағына баҫты. Башҡалар тыныс, сәләмәт йәшәһен өсөн улар үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Диана Әхмәҙишина бәләкәйҙән врач булырға хыяллана. Дәүләкәндә тыуып үҫкән, 6-сы урта мәктәпте миҙал менән тамамлап, артабан Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә - киләсәктә үҙен врач-инфекционист итеп күрә. Ҡыҙыл дипломлы йәш белгес Өфө инфекция дауаханаһында медицина вузы сығарылыусылары өсөн мотлаҡ булған интернатураны үткәндә был эштең ни тиклем ауыр һәм хәүефле икәнлегенә төшөнә. Эш башлаусы доктор тәжрибәле коллегалары етәкселегендә зарарарлы вирустар һәм бактериялар менән ауырыусы пациенттарҙы дауаларға өйрәнә. Күҙгә күренмәгән «үлтереүселәр» шул тиклем төрлө, уларға ҡаршы тороу өсөн төплө белем, иғтибар һәм һаҡлыҡ талап ителә. Практиканың һәр айы медицина учреждениеһының төрлө бүлектәрен өйрәнеүгә арнала. Йәш, дипломлы белгес Диана Фәрит ҡыҙы кәрәкле тәжрибә туплай, сирҙән дауалау алымдарын өйрәнә, эсәк, гепатит ауырыуҙары, инфекция бүлектәрендә хеҙмәт һала, шулай уҡ медицина университеты профессорҙары лекцияларында өҫтәмә белем ала.
Медиктар өсөн белем диплом алыу һәм стаж артыуы менән генә бөтмәй. Мәкерле сирҙе еңер өсөн аҡ халатлылар һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә, белемен арттырырға, камиллашырға, пациентҡа тиҙ арала һаулығын ҡайтарырға ярҙам итергә тейеш. Диана ла тыуған ҡалаһына ҡайтып, үҙәк район дауаханаһында эш башлағас, юғары квалификациялы врачтар М.Н. Кириченко, З.Ш.Үтәшева, Л.И. Исламова етәкселегендә ул ваҡытта бик тә кәрәкле булған невролог һөнәрен дә үҙләштерә. Унан һуң инде ун һигеҙ йылға яҡын ваҡыт үткән. Неврология, инфекция бүлектәрендә уның ҡулдары аша күпме ауырыу үткән!
2020 йылда, бөтә илдәге кеүек үк, беҙҙең республикала ла хәүефле пандемия вирусы таралды.Инфекция бүлеге ковидгоспиталь итеп үҙгәртелә, эш шарттары ҡатмарлаша. «Иң ауыры махсус һаҡлағыс костюмда эшләргә өйрәнеүе булды, ул тын кертмәй һәм юғары температурала бигерәк тә тынсыу һәм эҫе», - ти Диана Фәрит ҡыҙы.
Юҡ, ул инфекция йоҡтороуҙан ҡурҡмай, иммунитеты көслө булыуына ышана, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтә. Пациенттары уның ярҙамына мохтаж, постын ташларға һис тә ярамай. Ауыр сирлеләр булғанда эш көнө кәрәгенән артыҡҡа һуҙыла. Кешене аяҡҡа баҫтырыу өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәйенсә, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.
Яҡындары - ире Марат һәм балалары – өс улы һәм ике ҡыҙы ҡәҙерле кешеләренең һөнәренең мөһимлеген аңлай. Диана Фәрит ҡыҙы күп балалы әсә, кесе ҡыҙҙары Йәсминәгә ике йәш тә тулмаған әле. Әммә ул инде белә: әгәр әсәһе эштә тотҡарлана иткән, тимәк шулай кәрәк. Уның әсәһе бит доктор! Яҡындарының, туғандарының, ата-әсәһенең, ҡәйнәһенең ярҙамы уға эшләргә, уҡырға, үҫешергә мөмкинлек бирә.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: