+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
6 Июль 2020, 17:03

Тирә-яҡта күгәреп әрем бешә.

Әрем организмдағы барлыҡ ябай һәм эренләп торған инфекцияны үлтерә.Әйткәндәй, бәғзе берәүҙәр тап әрем ярҙамында бик күп ауырыуҙарҙы дауалай.

Ҡыҙыҡ өсөн:
әремдән ҡайһы берәүҙәр леденец кәнфитен дә яһайҙар. Нисекме?

1-се рецепт:

* 1 аш ҡалағы кипкән әремде ҡайнар һыу менән ике тапҡыр бешереп алалар. Һыуын һөҙөп түккәндән һуң бешкән әремдәрҙе матур ғына һауытҡа һалып, күренгән урынға ултыртып ҡуйығыҙ.
Ашағандан һуң бер семтем әремде ауыҙҙа әсеһе бөткәнсе сәйнәргә кәрәк. Ошо уҡ процедураны төнгә ҡарай ҙа эшләргә була.

2-се рецепт:

* Йоҡларға ятыр алдынан 1 балғалаҡ (ныҡ тултырмай) әрем онтағын (киптереп онтар кәрәк) әҙ генә һыу менән эсергә кәрәк.

Был дауаны ҡабул итеү курсы 1 ай. Йылына ике тапҡыр ҡабатлап алыу мотлаҡ.
Әрем тынысландырыу, спазмолитик, үт һыуын ҡыуыу, организмдан һыу ҡыуыу, эсәк микрофлораһын яҡшыртыу, шешенеүҙән, зарарланыуҙан һаҡлай.

Әлбиттә, әремде тәмле тип әйтеп булмай, әммә уға бик тиҙ генә өйрәнеп була. Әйткәндәй, ул шулай уҡ аппетитты ла бер аҙ кәметә.
Читайте нас: