+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
16 Июль 2020, 11:50

Табип кәңәше

Йәйге эҫене нисек үткәрергә

Республикала эҫе һауа торошо урынлашты. Һауа температураһы 28-40 градусҡа тиклем күтәрелә, был эҫе көндәрҙе сәләмәтлеккә зыян килтермәйенсә нисек үткәрергә кәрәклеге тураһында табип кәңәш итә.
Беренсе: физик әүҙемлекте кәметергә. Бигерәк тә был өлкән йәштәгеләргә ҡағыла. Физик көсөргәнешлек ваҡытында кеше тирләй, һәм тоҙ юғалта, организмда тоҙ балансы боҙола, йөрәк эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай. Ә был йылдың эҫе мәлендә бик хәүефле.
Икенсе: Йышыраҡ бинала булырға тырышығыҙ. Әгәр ашығыс рәүештә ҡайҙалыр барырға кәрәк булһа, дөрөҫ кейенегеҙ. Кейем еңел, иркен, етендән йәки кизе -мамыҡ туҡыманан булырға тейеш. Баш кейеме мотлаҡ.
Өсөнсө: әгәр башығыҙ әйләнһә, күңелегеҙ болғанһа, пульсығыҙ йышайһа – һеҙ ҡояш һуғыуға яҡын. Тиҙ арала күләгәгә! Һыу эсегеҙ! Ярҙам итмәһә табип саҡырығыҙ!
Дүртенсе: кондиционерҙар менән һаҡ булығыҙ! Әгәр һеҙҙең йөрәк, ҡан-тамырҙары менән проблемағыҙ булһа, эҫенән һалҡын урынға күсеү киреһенсә хәүефле булыуы бар.
Бишенсе: күберәк һыу эсегеҙ! Газһыҙ һәм шәкәрһеҙ! Спиртлы эсемлектәр тыйыла! Ризыҡ еңел, майһыҙ булырға тейеш. Күберәк еләк-емеш һәм йәшелсә! Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр йәйге эҫелә көсөгөҙҙө һаҡлап ҡалырға, сәләмәт, яҡшы кәйефтә булырға ярҙам итер.
Рима Мортазина, Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының медпрофилактика кабинеты мөдире.
Читайте нас: