-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
22 Июль 2020, 23:40

Ҡайһы район һәм ҡалалар иң "һимҽҙ"ҽ?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ҙа был бәләгә дусар.Исемлектә һеҙҙең район бармы?

Республикала һимерҽүҙән яфа сиккән кешеләр һаны арта. Ҡайһы бер райондарҙа һуңғы 5 йыл эсендә ундай пациенттар һаны икеләтә тиҽрлек күбәйгән.
Башҡортостандың санитар имҽнлеге хаҡындағы докладтан күренҽүенсә, 2018 йылда һәр 100 мең кешегә уртаса 159,8 һимерҽү осрағы тура килгән. 2014 йыл мҽнән сағыштырғанда был 1,9 тапҡырға артығыраҡ.
Шартлы рәүештә һәләкәт мҽнән сағыштырырлыҡ хәлдәр Әлшәй, Салауат, Йәрмәкәй, Архангел, Балтас, Кушнарен, Фёдоровка, Нуриман һәм Тәтешле райондарында, Октябрьский ҡалаһында күп. Бында һимерҽү диагнозын Башҡортостан буйынса дөйөм алғанда 2,5 тапкыр йышыраҡ ҡуялар икән.

Үҫмерҙәр араһында был бәлә тағы ла нығыраҡ таралған. 15 йәштән алып 17 йәшкәсә булған һәр 100 мең кешегә 7409 артыҡ кәүҙә ауырлығы булгандар тура килә. Ә Борай районында улар тағы ла күбҽрәк —һәр 100 мең кешегә 15 йәштән алып 17 йәшкәсә һимерҽүҙән интеккән 10 446 үҫмер тура килә. Республика буйынса уртаса күрһәткес 14,1 тапҡырға артып киткән.

Шулай уҡ был хәлдәр Стәрлебашта ла ҡатмарлы. Унда төбәк буйынса уртаса алғанда артыҡ кәүҙә ауырлығынан интегҽүсе балалар 6,3 тапҡыр йышыраҡ осрай. Баҡалыла был һан — 5,7, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Сибайҙа күрһәткестәр 2,4-3,3 тапҡырға артҡан.

14 йәшкәсә балалар араһында был диагноз һәр 100 мең кешегә 314 һимерҽү осрағы иҫәбендә теркәлгән. 5 йыл эсендә артыу темпы 13,3 % тәшкил иткән.

Һимерҽү хәүефе янаған тип Йәрмәкәй, Бөрйән, Баҡалы райондары, Сибай ҡалаһы, Ауырғазы, Фёдоровка, Шаран, Учалы, Стәрлебаш, Кушнарен, Илеш, Нуриман, Белорет райондары, Стәрлетамаҡ, Межгорье ҡалалары табылған.

Автор : Әлфиә Шакирйәнова.

Сығанаҡ: ufatime.ru

Фото: medvoice.ru
"Өмөт" гәзитҽ матҽриалдарынан.
Читайте нас: