-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
23 Июль 2020, 12:30

«Балаларҙың батып үлеүенә юл ҡуймайыҡ!»

Һыу ятҡылыҡтарында фажиғәле хәлдәр ҡабатланып тора.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров:
«Балаларҙың батып үлеүенә юл ҡуймайыҡ!»
Һыу ятҡылыҡтарында фажиғәле хәлдәр ҡабатланып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2020 йыл башынан алып республика йылға-күлдәрендә 17 бала батып үлгән. Бындай күңелһеҙ хәлдәр Архангел, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә, Шаран райондарында, шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында теркәлгән. Ағиҙел йылғаһында алты бала батып үлгән. Ашҡаҙар, Оло Әрмәт, Дим, Елем, Мәләкәс, Һалдыбаш йылғаларында, һыуһаҡлағыстарҙа, быуаларҙа балалар һыу төбөнә киткән.
Хөрмәтле граждандар!
Балалар менән булған фажиғәләрҙең 40 проценты – һыу инергә барғанда ата-әсәләрҙең уларҙы ҡарап еткермәүенә бәйле. 60 процент осраҡта улар өлкәндәрҙән башҡа һыу инергә киткән. Өлкәндәр күп ерҙә барыһы ла бер юлы уларҙы ҡарап тора, шул уҡ ваҡытта берәү ҙә ҡарамаған саҡ була. Һәр кем икенселәргә ышана. Шуға һыу буйында өлкәндәр балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа тейеш.
Балалар сәбәләнмәй, ҡысҡырмай, улар шым ғына һәм тиҙ арала - 30 секунд эсендә һыу төбөнә китә.
Балалар менән ял итергә барғанда тәрән күл буйын, ағым шәп булған йылға ярҙарын һайламағыҙ. Тар ғына йылғаларҙа ла бәлә-ҡаза һағалап тороуы ихтимал.
Балаларға өрөп тултырылған матрастарҙа һәм түңәрәктәрҙә йылға эсенә үк инергә рөхсәт итмәгеҙ.
Уларҙың яңғыҙҙарын ғына һыу буйына ебәрмәгеҙ.
Иң мөһиме – балаларығыҙҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сит балалар булмай! Бергәләп кенә беҙ уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ!
Читайте нас: