Был прогноздар тура килерме-юҡмы, ваҡыт күрһәтер, әммә эҫе көндәрҙең яңынан әйләнеп килеүенә әҙерләнеп тороу артыҡ булмаҫ. Шуның өсөн ниндәй эсемлек һыуһынды нығыраҡ ҡандырыуын белеү мөһим.
Һыу. Бөтә медиктар ҙа тап һыу – йәйҙең иң яҡшы эсемлеге тигән фекерҙә. Белгестәр ғәҙәттәге эсәр һыуға йәиһә тоҙо әҙ булған минераль һыуға өҫтөнлөк бирә. Дауалаусы минераль һыуҙы табип кәңәше буйынса ғына эсергә кәрәк. Ни өсөн тап газы аҙ булған йәки газһыҙ минералка тәҡдим ителә? Сөнки эҫе көндө кеше ныҡ тирләй, организм күп һыу ғына түгел, ә төрлө минераль тоҙҙарҙы ла юғалта. Сәй. Эҫе көндө бик ярҙам итә, әммә ул ҡаты, шәрбәт булмаҫҡа тейеш, аллергия булмаһа лимон менән һәйбәтерәк. Ҡара йәки йәшел сәй – кемгә нисек оҡшай, улар икеһе лә файҙалы. Кеүәҫ. Унда һыуһынды баҫырға булышлыҡ иткән углекислота һәм аминокислота бар. Нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? Шешәләрҙәге газлы кеүәҫте файҙалы тип әйтеп булмай: унда күп төрлө консерванттар, аҙыҡ буяуҙары, шәрбәт ҡушыла һәм ул ғәҙәттәге шәрбәт газировкаға әйләнә, уны эскәндән һуң тағы ла нығыраҡ һыуһаттыра башлай. Һуттар, морстар, нектарҙар. Улар тәбиғи, шәкәре аҙ булһа һыуһынды һәйбәт ҡандыра, ә иң яҡшыһы – яртылаш һыу ҡушылғаны. Алма, сейә, грейпфрут, слива һуттарына, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге, ҡарағат морстарына өҫтөнлөк бирелә. Алкоголь эҫе көндө йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына ҙур көсөргәнеш бирә һәм хатта сәләмәт кешегә лә ҙур хәүеф менән янай.
Газлы шәрбәт эсемлектәр – бында медиктарҙың фекере бер: уларҙы йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла эсеү кәрәкмәй! Улар һыуһынды баҫмай, ә киреһенсә – эскән һайын эске килә.
https://rg.ru/ материалдары буйынса.