-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
4 Август 2020, 19:30

Файҙалы кәңәштәр

Ҡороттоң организмға файҙаһы

Ҡорот –халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал.

Ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы мәтдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырығанда ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай. Ә яңы тыуған баланың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр.

Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап- аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.

Читайте нас: