-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
5 Август 2020, 12:35

Көн дә алма ашағыҙ

Алма тәмле аҙыҡ ҡына түгел, ҡайһы бер ауырыуҙарға ҡаршы дауалау-иҫкәртеү емеше лә.

Халыҡ медицинаһында шешенгәндә, склероз менән яфаланғанда, бөйөрҙәрҙә таш булғанда, һимергәндә, яралар оҙаҡ төҙәлмәгәндә даими рәүештә ашарға тәҡдим ителә.
Алмалағы пектиндар матдәләр алмашыныуына, организмдағы ауыр металдарҙың тоҙҙарын, радионуклеидтарҙы сығарырға ярҙам итә. Унда 11 төр витамин бар. Ә Башҡортостанда үҫтерелгәндәрендә С витамины күберәк.
Алма ашау ҡандағы холестеринды кәметә, атеросклероздан һаҡлай. Был емеш шулай уҡ эсәктәрҙәге микрофлораны яҡшырта, насар үҙләштерелеүсе аҙыҡты тарҡатыуҙа ярҙам итә.
Алманың организм өсөн ни тиклем кәрәкле икәнен хәҙер белдегеҙ инде. Әйҙәгеҙ файҙаһын күрәйек.
Читайте нас: