«Әгәр ҙә симптомһыҙ һәм еңел формала уҙған ауырыусыларҙың һанын бергә ҡушһаң, яҡынса 60 процент килеп сыға, - тип белдерҙе Өфө ҡалаһы мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Галина Пермина. – Тағы ла пенсионерҙарҙың дөйөм ауырыусылар һанының 6,1 процентын тәшкил итеүе был процестың ыңғай яғы булып тора. 60 процентҡа тиклем ауырыусылар – 40 йәштән 60 тиклемге эшсе халыҡ».
11 авгусҡа алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусы 7127 кеше иҫәпләнә. Һуңғы тәүлектә был һан тағы ла 34 кешегә артҡан. Уларҙың 2763-ө Өфө ҡалаһына тура килә, 15-е һуңғы тәүлектә теркәлгән. Төбәктә коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары юҡ, үле-селәр һаны элеккесә 25 кеше тәшкил итә.
Дөйөм алғанда Рәсәй буйынса 11 авгусҡа 897,6 меңгә яҡын коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы теркәлгән. Уларҙың 703,2 меңгә яҡыны һауыҡҡан, 15,1 меңдән ашыуырағы үлгән.