0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
31 Август 2020, 14:05

Изге доктор Айболит һымаҡ

Ҡала уртаһында урынлашҡан ветеринария дауаханаһы хужабикәһе Зилә Әхмәтйәнованы дәүләкәндәрҙең күбеһе яҡшы белә

Ҡала уртаһында урынлашҡан ветеринария дауаханаһы хужабикәһе Зилә Әхмәтйәнованы дәүләкәндәрҙең күбеһе яҡшы белә
Йорт хайуандары һәм ҡуралағы малдар ауырып китһә, уға кәңәш һәм ярҙам һорап киләләр, сөнки ул – ябай дарыу һатыусы ғына түгел, ә профессиональ ветеринар врач та. 1985 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) тамамлай. Беренсе курста уҡығанда уҡ үҙенең курсташы, беҙҙең район егете Маратҡа тормошҡа сыға. Улдары Илдар тыуа. Зилә Ғәбделхәй ҡыҙы хәтерләүенсә, уның курсташтары араһында армиянан ҡайтҡан егеттәр ҙә, рабфактан килгәндәр ҙә була, , барыһының дә һөнәрҙе үҙләштереп, артабан ошо тармаҡта эшләгеһе килә.
Йәш ғаилә йүнәлтмә буйынса Мараттың тыуған яғына ҡайта һәм Александровка ветеринария участкаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Тормош иптәшен – баш ветеринар врач, ә уны участка мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Улдарына ул ваҡытта өс йәш тула. Ирле-ҡатынлы иртәнән алып ҡара төнгә тиклем өйгә ҡайтып та инмәй тиерлек, һәр ерҙә уларҙың ҡатнашыуы талап ителә. Ул йылдарҙа «Россия» колхозында һыйыр малдары һәм һарыҡтар күпләп аҫрала, бер нисә эре ферма иҫәпләнә, шәхси хужалыҡтарҙа ла мал-тыуар күп була. Ауылда балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, кескәй улдарын йыш ҡына үҙҙәре менән алып йөрөргә тура килә. Ул әсәһенең изге доктор Айболит һымаҡ малдарға һауығырға һәм үҙҙәрен яҡшы тойорға ярҙам иткәнен күреп үҫә.
Ветеринар врач булыу еңелдән түгел. Бында хайуандарҙы яратыу ғына етмәй, уларҙы аңлай, күп ваҡыт ауырыуҙың аҙ ғына беленгән билдәләре буйынса диагноз ҡуйырға, ә тимәк, дөрөҫ дауалау ысулын һайлай белергә лә кәрәк. Шул уҡ вайытта ул бик мауыҡтырғыс һөнәр. Унда бер көн икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаған, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле. Сираттағы саҡырыу буйынса барғанда, һине ниндәй «сюрприз» көткәнен бер ҡасан да алдан әйтеп булмай. Үҙенең тәүге тапҡыр саҡырыуға барыуын Зилә әле булһа яҡшы хәтерләй. Ауылдашының һыйыры сатанлай башлай, әллә ниндәйҙер инфекциянан, әллә башҡа нимәнән, артҡы бото ныҡ итеп шешә. Тиҙ генә асыҡларлыҡ та булмай. Ә дауаларға кәрәк, юғиһә, һин ниндәй врач инде, тип әйтәсәктәр! «Балсыҡтан компресс һалдым да, тиҙ генә өйгә, махсус әҙәбиәт уҡырға йүгереп ҡайттым, - тип һөйләй Зилә Ғәбделхәй ҡыҙы. – Икенсе көнгә һыйырҙың ботондағы шеше ҡайтты - ябай халыҡ ысулы ярҙам итте. Ә инде антибиотиктар курсынан һуң бөтәһе лә уңышлы төҙәлде».
Уның эш тәжрибәһендә төрлө осраҡтар күп була: операциянан һуң ата сусҡаларға реанимация уҙғарырға ла, эттәрҙең тамағынан тауыҡ һөйәктәрен сығарырға ла, балыҡ ҡармаҡтарынан ысҡындырырға ла тура килә. Ҡурҡҡан мәлдәр ҙә булмай түгел, әлбиттә, ни тиһәң дә мал араһында эш итәһең бит. Әммә ветеринарға, башҡа медиктар кеүек үк, яуаплы мәлдә юғалып ҡалмаҫҡа, ҡаушамаҫҡа һәм хаталар яһамаҫҡа кәрәк, тип иҫәпләй Зилә. Йылдар уҙған һайын тәжрибә лә туплана, уның менән бергә үҙ-үҙенә ышаныс та арта.
Бер аҙҙан ғаиләләре менән Дәүләкәнгә күсенәләр һәм ун йылдан ашыу ҡала-район ветеринария станцияһында хеҙмәт һала. 2007 йылда үҙ эштәрен асырға ҡарар итәләр һәм ссуда алып, тәүҙә ун ғына квадрат метр майҙанда урынлашҡан ветеринар дарыухана пункты асалар. Сауҙа әйләнеше артҡан һайын майҙан да үҫә. Һәм хәҙер ветеринария дауаханаһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
«Элек, беҙ йәшерәк булған ваҡытта, - ти Зилә Ғәбделхәй ҡыҙы, - ветеринария дарыуҙарының төрҙәре, шулай уҡ интернетта кәрәкле мәғлүмәттәр ул тиклем күп түгел ине. Хәҙер иһә малдар, йәнлектәр өсөн дарыуҙар, профилактика саралары, витаминдар һәм аҙыҡтар арсеналы бик бай. Кешеләрҙең дә үҙҙәренең яратҡан йорт хайуандарына мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Улар тураһында нығыраҡ хәстәрлек күрә башланылар. Был – ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Күп ваҡыт һәм көс талап итһә лә, үҙ эшемде яратам, сөнки минең өсөн иң мөһиме – ярҙамға килеү, тере йәндең ғүмерен ҡотҡарыу һәм сәләмәтлеген ҡайтарыу».
Галина Бурдилева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: