-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
2 Сентябрь 2020, 13:30

Йөрәк өсөн биш кәңәш

Йөрәгегеҙ ауыртмаһын, талсыҡмай эшләһен тиһәгеҙ, туҡланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлеү мөһим.

Алма, грейпфрут, гранат
Ишеткәнегеҙ барҙыр: “Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра”. Беҙҙең илдәге иң популяр емеш йөрәк өсөн ифрат файҙалы.
Алмалағы күҙәнәклектәр холестерин кимәлен түбәнәйтә, калий бүлеп сығарыу системаһы эшен әүҙемләштерә, пектин иһә организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә.
Гранат ҡанды шыйыҡлай, атеросклероздан һаҡлай, шулай уҡ холестеринды кәметә. Грейпфрут иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, витаминдарға ифрат бай.
Һоло һәм башҡа башаҡлылар бутҡаһы
Иртәнге ашты һоло бутҡаһынан башлау – иң яҡшы ғәҙәт, сөнки был ризыҡ йөрәкте нығыта, инфарктты иҫкәртә. Ғөмүмән, башаҡлыларҙа, төрлө ярмаларҙа витаминдар, антиоксиданттар күп, улар атеросклероз һәм ишемия кеүек сирҙәрҙән аралай.
Әммә был сифаттар бешерергә кәрәкмәгән, эҫе һыу ҡойоп ҡына әҙерләнгән иртәнге аштарға ҡағылмай, сөнки унда ярманың файҙалы ҡаты ҡабығы алына. Шуға ла ҡәҙимге ярма һатып алып бешереү фарыз.
Ҡара бойҙай ҙа ифрат файҙалы. Уның составындағы рутин капиллярҙарҙың һығылмалығын һаҡлай, ҡан тамырҙары тығылыуын иҫкәртә.
Майлы балыҡ
Йөрәк өсөн күп ит ашау зыянлы булһа, балыҡты мөмкинлек сыҡҡан һайын ашау фарыз. Был бигерәк тә һөмбаш, бағыр кеүек ҡыҙыл итле; скумбрия, сельд, тунец балыҡтарына ҡағыла. Уларҙа Омега-3кислотаһы күп: ҡан составын яҡшырта, тромбтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай.
Ҡуҙаҡлылар
Фасоль (ноҡот борсағы) һәм чечевица (яҫмыҡ) туҡлыҡлылығы буйынса итте алмаштыра ала, унда витаминдар, аҡһым күп. Майҙар бөтөнләй юҡ, шуға ла улар йөрәк өсөн ифрат файҙалы. Флавоноидтар иһә артериаль гипертензиянан ҡурсалай.
Ҡабаҡ
Составында калий күп булыу сәбәпле, ҡабаҡ организмдан зарарлы матдәләрҙе, артыҡ холестеринды сығара, ҡан баҫымын нормаға килтерә, ә бета-каротин ҡан тамырҙарын атеросклероздан һаҡлай.
Шулай уҡ, сәтләүектәр, көнбағыш, етен майы, әсе шоколад, һарымһаҡ та йөрәк өсөн бик файҙалы. Уларҙы сама менән ҡулланыу һаулығығыҙҙы яҡшыртырға, йөрәкте нығытырға ярҙам итә.
Фото: rockfordsprings.org
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: