Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюздары ойошмаһы рәйесе Рауил Хәлфин әйтеүенсә, улар профсоюз ағзаларына имгәнгән осраҡта страховка түләүҙәре биреү яҡлы. Система страховка компанияларындағы кеүек үк буласаҡ: эшкә һәләтлелекте юғалтмай имгәнгән осраҡта – бәрелеүҙәр, бәләкәй травмалар алғанда - түләүҙәр 5 мең һумға тиклем, еңел имгәнеүҙәр булғанда – 10 меңдән 15 мең һумға тиклем, имгәнеү инвалидлыҡҡа килтерһә – 80 мең һумға тиклем.
Бөгөн, 9 сентябрҙә, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюздары ойошмаһы рәйесе Рауил Хәлфин Дәүләкән район дауаханаһының күсмә тиҙ ярҙам бригадалары хеҙмәткәрҙәренә профсоюз сертификаттары тапшырҙы.
Татьяна Бусарева.