0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
26 Сентябрь 2020, 21:50

Башҡортостанда үлемдәр һанын кәметеү планы эшләнгән

Ул һигеҙ төп сәбәптән: яман шеш ауырыуҙарынан, йөрәк ишемияһынан, цереброваскуляр ауырыуҙарҙан, туберкулездан, тын юлдары һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, юл-транспорт фажиғәләренән вафат булыуҙарҙы, шулай уҡ балалар үлеменең һанын кәметеүгә йүнәлтелгән сараларҙы үҙ эсенә ала.

Үлемдәр һанын кәметеү саралары комплексының төп йүнәлеше булып ауырыуҙарҙы киҫәтеү тора. Улар – халыҡҡа ауырыуҙар хәүефе тураһында мәғлүмәт еткереү, диспанцеризация, күсмә сәләмәтлек мәктәптәре ойоштороу, ауырыуҙарҙың башланғыс стадияһында диагностика уҙғарыу.
Шулай уҡ киҫкен хәлдәр үҫешкәндә ауырыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу, эштең күсмә формаларын яҡшыртыу һәм телемедицина технологияларын ҡулланыу ҙа үлемдәр һанын кәметеүгә ярҙам итә.
План буйынса медицина персоналының квалификацияһын арттырыу, айлыҡ маҡсатлы күрһәткестәрҙе күҙәтеп, медицина-демография күрһәткестәренә мониторингтар уҙғарыу ҡаралған.
Сергей Чиков.
Читайте нас: