0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
26 Сентябрь 2020, 01:05

Ә һеҙ гриптан прививка яһатырға уйлайһығыҙмы?

Башҡортстан Республикаһында гриппҡа ҡаршы вакцинация профилактик прививкаларҙың милли календаренә ярашлы рәүештә үткәрелә. Алты айҙан ҙурыраҡ сабыйҙар, уҡыусылар һәм студентлар, айырым профессия һәм вазифалар биләүселәр (медицина һәм мәғариф, транспорт, коммуналь тармаҡ учреждениеләры хеҙмәткәрҙәре), ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәштән өлкәнерәктәр, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, үпкәләр, йөрәк-ҡан тамырҙары хроник сирҙәре, артыҡ тән ауырлығы булған кешеләр вакцинация үтергә тейеш.

Гриптан прививканы йәшәгән урында поликлиникала эшләтергә була. Уны яһатыу мөмкинлеген табип хәл итә, сәләмәтлек торошон доктор тикшермәй тороп прививка яһалмай.
Хроник сирҙәре киҫкенләшеп киткән кешегә прививка ваҡытлыса яһалмай. Хәле яҡшырғас (температураһы төшкәс, терелгәс), йәки хроник сире ремиссия стадияһына күскәс, прививка эшләтергә рөхсәт ителә.
Бик һирәк осраҡтарҙа ғына гриптан прививканы бөтөнләй эшләтмәйҙәр. Әйтәйек, анафилактик шок рәүешендә аллергия реакцияһы, крапивница, тауыҡ йомортҡаһы ағына Квинке сире булғанда. Сабыйҙарға алты айға тиклем гриптан прививка яһалмай.
Донъяла 10-дан күберәк илдә гриптан вакцинация үткәрелә. Рәсәй әлеге ваҡытта үҙ халҡын юғары сифатлы вакцина менән тулыһынса тәьмин итеп кенә ҡалмай, уны экспортҡа ла ебәрә. Вакциналарҙың барыһы ла билдәле тәртиптә теркәлә, хәүефһеҙ һәм актуаль штамлы була.
Грипп вирусы даими “мутировать” итә – үҙгәреп тора. Был – вакцина йыл һайын яңыртыла тигән һүҙ. Вакциналағы һәр бер ингредиенттың маҡсаты – хәүефһеҙлек һәм һөҙөмтәлелекте һаҡлау. Бөтә донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ), үткәрелгән тикшереүҙәр һәм тәҗрибәләр нигеҙендә, йыл һайын вакцина составы буйынса тәҡдимдәрен баҫтыра. Бынан тыш, үткән йылдарҙағы препараттарҙың һөҙөмтәлелек статистикаһы ла иҫәпкә алына.
Дуҫтар! Сирҙәрҙән, шул иҫәптән гриптан һаҡланырға тырышығыҙ, ваҡытында прививка яһатырға онотмағыҙ.
Эмма Әхмәҙуллина, Республика Профилактик медицина үҙәгенең мәғлүмәт бүлеге мөдире.
Автор : Таҗиева Руфина.
https://omet-rb.rbsmi.ru/articles/s-lam-tlek/sez-gripptan-privivka-yasatirga-uyliysizmi-471883/
Читайте нас: