Ауылда оло йәштәге кешеләр бихисап. Ҡапыл сирләп киткәндә, билдәле, ярҙам һорап ауыл фельдшерына барырға тура килә. Шуға яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һалыныуы халыҡҡа ҡыуаныслы хәбәр булды. Яңыраҡ пандус яһап ҡуйҙылар. Был эштә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Дәүләтов, староста Таип Мәүлийәров, Айрат Лотфиев әүҙемлек күрһәтте.